+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
БЛАГОУСТРОЙСТВО
13 Мая 2021, 18:05

Дәүләкәндәр тауыш биреүгә ҡушыла

Дәүләкәндәр беҙҙең үҙәк паркты төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүгә ҡушыла.

"Үҙәк паркты төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү тураһында белгәс тә, ҡатнашырға ҡарар иттем, - тип һөйләй Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Надежда Юдина. - Парктың ҡайтанан матурланыуын, унда кешеләрҙең күпләп
ял итергә килеүен күрергә теләйем.
Тауыш биреүгә тәҡдим ителгән проекттарҙың бөтәһе лә миңә ныҡ оҡшаны, әммә улар араһынан тик береһен генә һайлап алырға кәрәк ине. Бөтә проекттар араһынан минең фекеремсә, иң лайыҡлыһы өсөн тауыш бирҙем. Кешеләр ошолай итеп үҙҙәренең фекерен белдерә һәм был территорияны төҙөкләндереү проекттарының ҡайһы варианты нығыраҡ оҡшауы тураһында һөйләй алыуы бик яҡшы идея, тип уйлайым. Тауыш биреүҙә күберәк кеше ҡатнашһын ине тигән теләктә ҡалам".
Тауыш биреү бик еңел.
1. za.gorodsreda.ru сайтына инергә.
2. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫырға.
3. Дәүләкән районын эҙләп табырға.
Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһе менән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы өйрәнергә һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн
тауыш бирергә.
5. Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ).
Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был реаль кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕАЛЬ ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
Читайте нас