+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
БЛАГОУСТРОЙСТВО
18 Мая 2021, 04:05

Ике меңдән ашыу кеше тауыш биргән

Дәүләкәндәр 30 майға тиклем ҡалабыҙҙа 2022 йылда төҙөкләндереләсәк өс территория өсөн тауыш бирә.

Ҡаланың үҙәк паркын төҙөкләндереү өсөн ике меңдән ашыу кеше тауыш биргән
Дәүләкәндәр 30 майға тиклем ҡалабыҙҙа 2022 йылда төҙөкләндереләсәк өс территория өсөн тауыш бирә. Уларҙың бөтәһе лә үҙәк паркта урынлашҡан. Һайлап алыу өсөн паркта барлыҡҡа килә аласаҡ 6 проект тәҡдим ителгән. Беҙҙең бурыс - ниндәй икәнен һайлап алыу.
Етмәһә, һәр кеше үҙенә оҡшаған дизайн-проектты һайлап алыу хоҡуғына эйә.
Быны эшләү бик еңел:
1.za.qorodsreda.ru сайтына инегеҙ.
2.Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫығыҙ.
3. Дәүләкән районын һайлап алығыҙ.
Бынан һуң бөтә төҙөкләндереләсәк объекттар күрһәтелгән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы ҡарап, тикшереп сыҡҡандан һуң үҙегеҙгә нығыраҡ оҡшағанына баҫырға кәрәк.
5. Анкета асыласаҡ. Унда исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефон һандарығыҙҙы яҙырға кәрәк. (Һеҙгә бот шылтырататсаҡ. Тауышығыҙ иҫәпләнһен өсөн ошо телефон һандарының аҙаҡҡы дүрт һанын махсус тәҙрәгә индереү мөһим). Мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был ысын кешеләр тауыш бирә икәнлеген, ә тауыштарҙы өҫтәп яҙыуҙар түгеллеген белер өсөн кәрәк. Йәғни, был – үҙҙәренең тораҡ пунктында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән ХАЛЫҠТЫҢ ЫСЫН ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
Үҙҙәренә оҡшаған вариант өсөн ике меңдән ашыу кеше тауыш биргән дә инде. Дәүләкәндәргә бөтәһенән нығыраҡ оҡшаған майҙансыҡтар билдәләнгән. Әммә ай аҙағына тиклем бөтәһе лә үҙгәрергә мөмкин. Ҡалабыҙҙың ниндәй буласағын һеҙ үҙегеҙ һайларға тейешһегеҙ.
Читайте нас