Унда Рәсәйҙең 14 йәштән өлкән һәр гражданы ҡатнаша ала. Ҡағиҙәләр буйынса, тәҡдим ителгән территорияларҙың береһе йәки һайлап алынған киңлектең дизайн-проекты өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Республиканың һәр гражданы быны бер нисә ысул менән эшләй ала:
1. za.gorodsreda.ru сайтына инергә.
2. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫырға.
3. Дәүләкән районын эҙләп табырға.
Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһе менән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы өйрәнергә һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн
тауыш бирергә.
5. Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ).
Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был реаль кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕАЛЬ ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь министрлығы тарафынан 19 апрелдән 30 майға тиклем үтәсәк төҙөкләндереү объекттары өсөн электрон рейтинг тауыш биреү һорауҙары буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк "ҡыҙыу линия" телефондары ойошторолған. Берҙәм бушлай телефон һандары: 8-800-600-20-13. Уның менән Рәсәйҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә һәр кем файҙалана ала.
Кешеләргә платформаның эше, рейтинг тауыш биреүҙе үткәреү, үҙеңдең ҡалаңдың үҫешенә шәхсән өлөш индереү мөмкинлектәре һәм форматтары тураһында консультациялар күрһәтелә.