Элегерәк төҙөкләндереләһе объект булараҡ үҙәк паркты бер тапҡыр һайлағанлыҡтан, район халҡының күбеһе ҡабатлап тағы ни өсөн тауыш бирергә кәрәклеген аҙаҡҡаса аңлап бөтөрмәй.
Эш шунда, быйыл объекттың үҙе, йәғни парк өсөн түгел, ә унда ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласағы, йәки паркта нимә, мәҫәлән, спорт зонаһы, барлыҡҡа киләсәге өсөн бара. Йәки асыҡ һауалағы сәхнәнең ниндәй буласағы өсөн. Хатта уның ҡыйығының төҫөнә тиклем һайларға мөмкин. Проекттарҙың бөтәһе лә фотоларҙа тәҡдим ителгән, шуға уларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрә алаһығыҙ.
za.gorodsreda.ru сайтына инергә. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫырға. Дәүләкән районын эҙләп табырға. Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһе менән тәҙрә асыласаҡ.
Уларҙы өйрәнергә һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ). Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был реаль кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕАЛЬ ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.