Все новости
БЛАГОУСТРОЙСТВО
29 Мая 2021, 23:05

Тауыш биреү аҙағына яҡынлаша

Үҙәк паркты төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү аҙағына яҡынлаша. Иртәгә, 30 май, тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Хөрмәтле дәүләкәндәр, кемдәр тауыш биреп өлгөрмәгән, әле ҡуң түгел.

Дәүләкәндәрҙең 4700-ҙән ашыуы үҙәк паркты төҙөкләндереүҙең дизай-проекттары өсөн тауыш биргән дә инде.
30 майға тиклем https://2.gorodsreda.ru/ сайтында Дәүләкәндә 2022 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт территориялары өсөн тауыш биреү бара. Район халҡына һайлап алыу өсөн алты проект тәҡдим ителгән. Улар үҙәк паркта урынлашасаҡ: спорт зонаһы, сәхнә, бәләкәй архитектур формалар һәм бик күп башҡа нимәләр.
Дәүләкәндәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенә оҡшаған проект өсөн тауыш бирә. Иртәгә тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Әле һәр берегеҙ үҙегеҙгә оҡшаған проектты һайлап өлгөрә ала. Ҡалабыҙ мөхитен бергәләп үҙгәртәйек, хөрмәтле яҡташтар!
Читайте нас: