КУЛЬТУРА
28 Мая 2021, 11:15

27 май - Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Кисә, 27 майҙа, Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Мәкәш ауылында йәшәүселәр китапханасылары Гөлнар Фазлиәхмәтова тураһында мәҡәлә яҙып ебәргән. Уны беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Китапхана - изгелеккә, матурлыҡҡа, дөрөҫлөккә алып барыусы , аҙашҡанда юл күрһәтеүсе, ауыр хәлеңде еңеләйтеүсе, өшөгәндә йылытыусы, һүнгән өмөттәрҙе лә терелтеүсе, шатлығыңды арттырыусы, һүнеп барған шәмдәрҙе лә терелтеүсе, һәр кемдең йөрәгенә асҡыс табыусы, барлыҡ һорауҙарға ла яуап табышыусы, киң күңелле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, аҡыллы ла, шаян һәм шуҡ та, һәр саҡ үҙенә тартып тороусы рухи донъя ул, минеңсә.
Ауылыбыҙҙа ошондай йәмле урын булыуы - беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Ә инде унда бар күңелен эшенә бағышлаған, йөрәген китап уҡыусыларына биргән, бар көсөн-дәртен китапханаһын йәнләндереүгә, йәмләндереүгә бағышлаған махсус белемле, юғары мәҙәниәтле, кешеләргә мөләйем, ярҙамсыл, ихтибарлы, әҙәбиәткә һәм үҙ һөнәренә мөкиббән кеше – Мәкәш ауылында тыуып үҫкән Гөлнар Мозафар ҡыҙының эшләүе - тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныс. Ауыл, район, республика, ил күләмендә генә түгел, донъяла барған һәр яңылыҡ менән таныштырып, төрлө саралар үткәреп китап уҡыусыларын һөйөндөрөп тора ул.
Гөлнар Мозафар ҡыҙы үҙе һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы, алыштырғыһыҙ алып барыусы, сценарийҙар авторы, сәхнә артисы, фольклор менән ҡыҙыҡһыныусы, һәр яңылыҡты күтәреп алып өйрәнеүсе булғас, уның менән төрлө темаға ла иркенләп әңгәмәләшергә, һәр һорауыңа ентекле яуап алып ҡәнәғәтләнергә лә була. Йомоштарҙы, өйөндә хеҙмәтләндереүселәрҙең һорауҙарын ваҡытында үтәүе лә ауылдаштар алдында абруйын күтәрә уның. Китапхана мөдиренең уҡыусы балаларҙы, хаҡлы ялдағы һәм мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙе һәр саҡ күҙ уңында тотоуы ла маҡтауға лайыҡ. Төрлө онлайн-конкурстарҙа үҙе лә әүҙем ҡатнашып, маҡтауға лайыҡ булһа, китап уҡыусылары һәм мәктәптә уҡыусы балалар ҙа бик күп диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары ала.
Спорт саралары үткәреү, яңы технологиялар менән эш итеү, экологик өмәләр ойоштороу, күргәҙмәләр, яңы китаптар, отчет һәм анализдар, төрлө йәштәге кешеләр менән әңгәмәләр, кисәләр... Барыһына ла ентекле әҙерләнеп, ысын күңелен биреп башҡарғас, китап уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт. Районда беренселәрҙән булып ЗУМ платформаһында конференция әҙерләп үткәреүгә генә лә күпме көс һалынғанын үҙе генә беләлер Гөлнар. Унда район китапханасылары ғына түгел, башҡалабыҙҙан әҙәбиәт, сәнғәт белгестәре, әҙәбиәт музейы һәм республика китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, шағирҙар, яҙыусылар ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, хеҙмәт ветераны Рауил бабайҙы ҡарар өсөн алыҫ Себер яҡтарынан эшен ташлап, ауылға ҡайтып юғалып ҡалманы Гөлнар. Эшенә лә өлгөрә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрарға ла ваҡытын таба. Ә йорт алды ихатаһына барып инһәң, аптырап та ҡалырлыҡ. Ниндәй генә сәскә, композиция юҡ унда. Бында ауылдың һәр ваҡыт “Өлгөлө йорт” статусын һаҡлаған, ерҙә матурлыҡ тыуҙырыусы, гүзәллеккә ынтылыусы, олатайҙар төйәген йәмле итеп һаҡлаусы ижади шәхес йәшәгәне шунда уҡ күҙгә салына.
Гөлнар Мозафар ҡыҙына киләсәктә лә ауылдаштарҙың, китапхана ҡунаҡтарының күңелдәрен гел байытып, изгелеккә өндәүсе әҫәрҙәр, уларҙың авторҙары менән таныштырып тороуын теләйһе килә.
Әлеге кеүек, ихлас, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан һәм ҡыҙыҡһындырыусан, әүҙем булып ҡал, хөрмәтле китапханасыбыҙ Гөлнар! Яңы китаптар, гәзит – журналдар, ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем уҡыусыларың ҡыуандырып торһон!
Рәйзә Әхмәтрәхимова.
Фотолар: Гөлнар Фазлиәхмәтова архивынан.
Читайте нас