КУЛЬТУРА
29 Мая 2021, 18:50

Хеҙмәт ветеранын һөнәри байрамы менән ҡотланыҡ

27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Мәкәш ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүсе кешеләре хеҙмәт ветраны Вәрисә Маликованы һөнәри байрамы менән ҡотлаған.Был турала беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Китапханасылар көнөндә хеҙмәт ветераны Вәрисә апай Маликованы ҡотлап шатландырҙыҡ. Хәл белеп, элеккеләрҙе иҫләп, һөйләшеп тарих яңырттыҡ. Мәкәш китапханаһы мөдире Гөлнар Мозафар ҡыҙы Вәрисә апайҙың хеҙмәт юлына байҡау яһап, рәхмәттәр әйтте. Ҡәйенһеңлеһе Нәфисә Ғибәҙәтова (Зыяева) ярҙамсыл, иғтибарлы еңгәһенә рәхмәт әйтеп, иҫендә ҡалғандарҙы һөйләне. Килене Зиләрә, ҡыҙы Лилиә ҡотлауҙарға ҡушылып, Вәрисә апайға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Вәрисә апайға күрше генә булып үҫеп, уның һәр эшен һоҡланып ҡарауым тураһында әйтеп, Вәрисә апайға рәхмәтемде тағы ла әллә нисә тапҡырҙар әйтәһем килә үҙемдең дә. Ошо яҙғандарҙы уҡыған китап һөйөүселәр ҙә, бәлки, хәтирәләре менән уртаҡлашырҙар. Бик шат булыр инек. Вәрисә апай ҙа ҡыуаныр. Яҡшы һүҙ бит ул дарыуҙан шифалыраҡ, файҙалыраҡ. “Йәнгә дауа, тәнгә шифа” – тигәндәр бит боронғолар.
Вәрисә апай оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләү дәүерендә нисә быуын китап һөйөүселәр тәрбиәләгән икән? Китапхана мейес яғып йылытыла, бер генә бүлмә стеллаждар менә бүлгеләнгән, әлеге кеүек компьютерҙар юҡ. Ә шулай ҙа кеше өҙөлмәй ине, һәр кемдең кәңәшләшәһе, китаптар тураһында әңгәмәләшәһе килгәндер инде. Хәреф таный башлағас та китапханаға йөрөп уҡырға өйрәндем, мәктәпкә барғанда әллә күпме китапты уҡып сыҡҡаным иҫтә. Уҡыған әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеп, төрлө өҙөктәрен уҡытып ҡарай ҙа, шунан ғына икенсе китап һайлата ине ул. Төҫлө һүрәтле журналдар элек китапханала ғына булғандыр, теҙелешеп ултырып һүрәт ҡарайбыҙ. Ә Вәрисә апай шулар буйынса беҙҙән хикәйә, әкиәт сығартып ярыштыра. Ҡайһыларын сәхнәләштерәбеҙ. Кем ниндәй образ ярата, ул белеп тора. Төрлө профессиялар тураһында ла һөйләгәне иҫтә ҡалған. Кем тырыша, шул уҡытыусы була тиһә, дәртләнеп китәбеҙ. Был бала саҡ хәтирәһе, балалар менән эшләүе, күп яҡлы хеҙмәтенең бер өлөшө генә.
Ауылдағы һәр эштең үҙәгендә булды ул Вәрисә апай. Сәсеү, уңыш йыйыу, һайлау, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ фермаларында, өмәләр барышында “Молния”лар, ” Сәнеске”ләр сығарыу, һәр концерт алдынан докладтар яһау, байрамдарға күргәҙмәләр ойоштороу, сценарийҙар яҙыу – барыһы ла уның төп эше кеүек булды. Алдынғы тракторист, комбайнерҙарға вымпелдар илтеп тапшырыу, баҫыуҙарға агитбригадалар менән сығыу, Дәүләкәндән юл ыңғай машина менән китап ташыуҙар, төрлө комиссиялар эшмәкәрлеген ойоштороу, политуҡыуҙар – һанарға ғына ла күп. Былары бит әле китапхананан тыш эш. Күргәҙмәләр, әңгәмәләр, килә алмағандарҙың өйөнә китап илтеү һ.б.... Ә өйҙә бит әле балалар, хужалыҡ та бар. Нисек өлгәшкәндер, хәҙер аптырап ҡуя Вәрисә апай үҙе лә. Ҡәйнәһе Баныу әбей, тормош иптәше Харис ағайҙың бер туғаны Мөршиҙә апай ҙа улар менән йәшәне. Күршеләре, туғандары менән матур итеп аралашып ғүмер итте улар. Харис ағай ғүмер буйы колхозда эшләне, алдынғы малсы булды.
Вәрисә апай бөгөн улы Радик һәм килене Зиләрәгә, ҡыҙы Лилиәгә, ейәндәренә рәхмәт әйтеп йәшәй, уларҙың татыулығына, берҙәмлегенә, уңғанлығына шатлана. Һәр кемгә лә изге теләктәрен, сәләмдәрен еткерә.
Вәрисә апайға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығы, йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге теләйбеҙ.
Рәйзә Әхмәтрәхимова.
Фотолар авторҙыҡы.
Читайте нас