Ҡорама-туй
Әсәй матур күлдәк теккән,
Әҙерәк ситсаһы артҡан.
Тегенсе Миңнур инәйҙән
Бескән итәктән -ҡалған.
Ҡыҙылы, һары, ҡараһы,
Бигерәк күп ҡорама.
Төҫтө төҫкә йүрмәп өлгөр,
Ҡайҙан алғанды һорама.
Ромбик, өсмөйөш, оҙонса,
Уртаһында - дүрткеле.
Ҡорама ҡороп, йорт йәмләр
Ҡатын-ҡыҙҙың йүнселе.
Һаҡсыллыҡмы, оҫталыҡмы,
Халыҡ бик тырыш булған.
Юрған һырыған, балаҫ һуҡҡан,
Ҡул ҡаушырып ятмаған.
Оҫта ҡулдар ярыша,
Һин дә уларҙан ҡалышма.
Бороңғо йола-туйыбыҙ,
Яҡты булһын уйығыҙ ! (Р. Ҡорбанғәлиева).