КУЛЬТУРА
2 Июня 2021, 12:15

«Ҡарға бутҡаһы» байрамы үткәргәндәр

Алға ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Регина Ғәзизова ауылдаштары өсөн «Ҡарға бутҡаһы» (йәки «Ҡарғатуй») тигән боронғо халыҡ байрамы ойошторған. Уның нисек үтеүе һәм ниндәй йолаларға нигеҙләнеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

«Ҡарға бутҡаһы» байрамы – башҡорт һәм татар халыҡтарының иң популяр яҙғы байрамдарының береһе.
Элекке замандарҙа кешеләр яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында ҡарғалар алып ҡайта тип иҫәпләгән. Шуға, улар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Элегерәк уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған.
Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Дәүләкән районының Алға ауылында ла май аҙағында халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу, ошо көндәрҙә бер нисә аҙна рәттән эҫе, ҡоро көндәр тороу сәбәпле, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар. Ул көндө матур итеп кейенгән балалар һәр йортҡа инеп, бутҡа бешереү өсөн ярма, һөт, май, шәкәр йыйып, уйын-көлкө менән кешеләрҙе байрамға саҡырып йөрөп сыҡҡан. Ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ауыл осондағы быуа буйына йыйылған. Улар үҙҙәре менән дөйөм байрам табынына төрлө тәмлекәстәр, ҡаймаҡ, эремсек, бәлеш, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бал алып килгән. Ҙур ҡаҙан аҫып, тәжрибәле, өлкән инәйҙәр бутҡа бешерә башлаған. Рәшиҙә Минекәй ямғырҙарҙың яуып тороуын, уңыштарҙың мул булыуын теләп, доға уҡыған.
Байрамдың иң өлкән ҡунағы, ауылдың ағинәйе Әнисә Мәүлийәрова йыйылыусыларға байрамдың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләгән һәм уларҙы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырырға тырышҡандары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Ҡаҙанда бутҡа бешкән арала байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындар, ярыштар ойоштороп, үҙ-ара көс һынашҡан. Ярыштар араһында гер күтәреү, көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, ҡашыҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу кеүектәре лә булған. Олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, һәләтен, оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡан. Шулай уҡ күмәкләшеп йырҙар йырлап, бейешеп, таҡмаҡтар әйтешеп, күңел асҡандар.
Ул арала хуш еҫле бутҡа ла бешеп сыҡҡан. Үләнгә йәйелгән ашъяулыҡ өҫтөнә тәмле бутҡа һәм самауыр ҡуйылғас, бөтәһе лә табын артына ултырышҡан. Йола буйынса бутҡаның беренсе тәрилкәһен илдә тыныслыҡ, һәм мул уңыштар булһын тигән теләктәр менән - ергә, һыу бөтә тереклекте лә һаҡларға ярҙам итһен тигән теләк менән икенсеһен – һыуға, ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр үҙ ваҡытында килһен тигән теләк менән өсөнсө тәрилкәне һауаға атап һалғандар. Тик шунан һуң ғына бутҡаны табындағыларға таратҡандар. Ә улар таралышҡанда инде: «Тәмле бутҡа килтерҙек беҙ, һыйланығыҙ, ҡарғалар! Баҫыуҙар уңышҡа тулһын, теләгеҙ һеҙ ямғырҙар!», - тигән теләктәр әйтеп, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып сыҡҡандар. Был көндө уларға ла өлөш мул эләккән. Артабан инде байрамда ҡатнашыусылар ямғыр яуыуын теләп бер-береһен һыу менән ҡойондорған.
Читайте нас