Все новости
КУЛЬТУРА
13 Июня 2021, 18:50

Самауыр байрамы

Айыухан ауылында матур сара – Самауыр байрамы ойошторғандар.Уның нисек үтеүе тураһында артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Элегерәк самауыр эргәһендә күмәкләп сәй эсеүҙәр йылы мөхиттә үткән. Хәҙер инде самауыр көндәлек кәрәк-ярағы түгел, ә музей экспонатына әйләнә бара. Ә бит ул ҡасандыр ғаиләнең именлеген һәм муллыҡта йәшәүен сағылдырған, йортта иң почетлы урында ултырған.
Самауыр – беҙҙең тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Бер генә фольклор байрамы ла унан башҡа үтмәй. Айыухан ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлүсә Нуруллина ла самауырҙың мөһимлеге тураһында ауылдаштарының иҫенә төшөрөү маҡсатында 11 июндә матур сара – Самауыр байрамы ойошторған.
Байрам башында Гөлүсә Нуруллина тамашасыларға сәй йолаһы, самауырҙың ҡасан һәм ҡайҙа килеп сығыуы тураһында һөйләп китте. Артабан күңелле концерт программаһы дауам итте. Тамашасылар Гөлүсә Нуруллина, Фәнисә Ильясова, Лилиә Таһирова, Нәфисә Шакирова, «Ләйсән» вокаль ансамбле башҡарыуындағы йырҙарҙы, шулай уҡ дәртле бейеүҙәрҙе дәррәү алҡыштарға күмде, Суфия Сөләймәнова һөйләгән шиғырҙарҙы илһамланып тыңланы.
Бынан тыш, сараға Айыухан ауылының оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереүсе өлгөлө ғаилә парҙары саҡырылғайны. Улар – ғүмер юлынан 55 йыл бергә атлаусы Марат һәм Әнисә Ғәлиуллиндар, 45 йыл татыу ғүмер кисереүсе Әхкәм һәм Лилиә Таһировтар, 40 йыл бергә йәшәгән Рәмил һәм Филзә Әнәсовтар, 40 йыл иңдәрен-иңгә терәп тормош юлынан барыусы Әмир һәм Фәүзиә Асфиндар. Татыу ғаиләләр үҙҙәренең ғүмер юлдары, ғаиләләре, балалары тураһында һөйләне, бергә бәхетле йәшәүҙәренең серҙәре менән уртаҡлашты. Был көндө улар хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр, матур теләктәр еткерелде. Ҡотлауҙарҙан һуң ауылдаштары исеменән уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам бик күңелле һәм йылы мөхиттә үтте. Сара һуңында бөтәһе бергәләшеп Әғзәм Хәйруллин ҡайнатҡан самауырҙар ҡуйылған сәй табыны эргәһенә йыйылды. Унда күңелле һөйләшеүҙәр, уйын-көлкө менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Күмәкләшеп сәй эскәндән һуң бөтәһе бергәләп дәртле дискотека ойошторҙо. Ауылдаштары ошондай матур сара ойошторғаны өсөн Гөлүсә Нуруллинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм байрамдан алған йылы тәьҫораттары менән уртаҡлаша-уртаҡлаша йорттарына таралышты.
Читайте нас: