Все новости
КУЛЬТУРА
16 Июня 2021, 17:20

БӨГӨН – МИЛЛИ БАТЫРЫБЫҘ САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ

16 июндә исеме мәңге халыҡ теленән төшмәгән, ҡаһарманлығы йөрәктәрҙә һаҡланыр легендар батырыбыҙ – Салауат Юлаевтың 267 йыллығы билдәләнә.Ошо уңайҙан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы, танылған ҡәләм оҫтаһы Минзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова бик матур ҡобайыр ижад иткән.Төн йоҡламай яҙылған, бөгөн таңда ғына «табанан төшкән» ижад емешен беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Батыр, яугир Салауат
Зәңгәр күктә саңҡылдап,
Ҡанат киргән бөркөтөң,
Күкте айҡап йөрөгән,
Ерҙе байҡап йөрөгән,
Халҡыңды уятыусы
Әллә һинең йәнеңме,
Батыр, яугир Салауат?
Аяҙ көндө ялтлаған,
Терт иттереп шартлаған,
Зыңғырҙатып тирә-яҡты
Барын күккә ҡаратҡан,
Шик-шөбһәләр таратҡан,
Әллә һинең уҡ инеме,
Батыр, яугир Салауат?
Ҡыш көнөндә, күк йөҙөндә
Ете төҫтә балҡыған,
Һушты алып, хайран итеп,
Офоҡтарҙа ялтыраған,
Халҡың йөрәгенә илтер
Һинең күпер инеме,
Батыр, яугир Салауат?
Дауылы, еле менән
Уҙып барған ҡойоно,
Күккә етеп, олғашҡан,
Ерҙән күккә тоташҡан,
Ҡойроғо еремдә,
Башы еткән ҡояшҡа
Һинең ҡамсың булғанмы,
Батыр, яугир Салауат?
Шыбыр-шыбыр яуғанда,
Тыуған ерем өҫтөнә,
Ҡыйыҡтарға тамғанда,
Иртәһен дә, кисен дә,
Уян инде, башҡортом!
Тигән һүҙең инеме?
Ҡобайырҙар телендә,
Батыр, яугир Салауат?
Уралыңды данлағанды,
Яңғыратып йырлағанды,
Ишеттеләр илеңдә!
Һүҙҙәре булмаһа ла,
Моңо етте күңелгә!
Алыҫ-алыҫ юл үтеп,
Даның ҡайтты илеңә, ау,
Даның ҡайтты илеңә!
Минзәлә Хәлилова.
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: