Был конкурс быйыл да ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан уҙғарылды һәм байрам уңайынан әсәләргә мәдхиә йырлау бәйгеһе булды. Унда шиғриәттә үҙҙәрен танытырға, күңелдәре түрендә йөрөткән уй-хистәре менән уртаҡлашырға теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Конкурсҡа бик күп эш ҡабул ителде. Уның положениеһы буйынса буйынса, бәйгегә әсәйҙәргә арналған шиғырҙар ебәрелде. Был сара әсәйҙәргә тәрән ихтирам һәм һөйөү, хөрмәт күрһәтергә, иҫәндәренең - ҡәҙерен, үлгәндәренең ҡәберен белергә кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы һәм һәр кемдең күңелендә йылы хистәр уятты.
Конкурста яҡташыбыҙ, Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы Минзәлә Хәлилова беренсе урын яуланы. Был хәбәрҙе ишеткәс алған ҡыуаныстары менән уртаҡлашып, ул: "Бөгөн "Башҡортостан ҡыҙы " журналын алып ҡыуандым! Унда "Әсә йөрәгҽ" конкурсы һөҙөмтәләрҽ баҫылған!Баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙына һәм рҽдакция коллҽктивына рәхмәт һүҙҙәрҽмдҽ ҽткҽрәм, ижади уңыштар тҽләйҽм!"- ти. Беҙ Минзәлә Васил ҡыҙын сираттағы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ һәм һеҙҙең иғтибарға ошо мәртәбәле конкурста еңеү килтергән шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Әсәйем сейәләре
Әсәкәйем ҡәберендә
Тамылйып бешкән сейә.
Япраҡтары наҙлап ҡына
Бармаҡтарыма тейә.
Емештәре таш өҫтөнә
Теҙелеп кенә ята.
Һәр кем белә ине шуны:
Әсәй сейә ярата.
Хоҙай ҡөҙрәте менәндер
Үҫеп сыҡҡан сейәләр.
"Балаҡайҙарым килгән!" – тип
Әсәйем һөйөнәлер.
Ҡулдарымды үбеп алды
Бер емеше үрелеп.
Әсәйемдең эргәһендә
Илауланым түгелеп.