ОБЩЕСТВО
8 Мая 2021, 16:55

Ҡалабыҙ Еңеү байрамына әҙерләнә

Еңеү байрамы яҡынлаша. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Еңеү көнөнә арналған төрлө саралар ойошторола. Пандемия сәбәпле улар онлайн-форматта ғына уҙһа ла, байрам сараларында ҡала һәм район халҡы әүҙем ҡатнаша.

Уларҙан мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Уҙған йылдағыса быйыл да районда "Үлемһеҙ полк - минең тәҙрәмдә" һәм "Еңеү тәҙрәләре" акцияларында мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән ҡатнаша. Улар олатайҙарының фотоһүрәттәрен тәҙрәләренә урынлаштыра, йорттарының фасадтарын һәм тәҙрәләрен байрам тематикаһына арналған һүрәттәр, байраҡтар, плакаттар менән биҙәй. 4-се лицейҙың 3б класы уҡыусылары София Нуриәхмәтова һәм Илона Алексеева ла "Еңеү тәҙрәләре" акцияһынан ситтә ҡалмаған. "Был акцияла ҡатнашыуыбыҙ - беҙҙең бәхетле бала сағыбыҙ өсөн һуғышта һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу ул. Шуға һүрәттәр менән йәнәшә фәрештәләр һындарын да урынлаштырҙым", - ти Илона Алексеева.
Фотоларҙың беренсеһе - Софияныҡы, артабанғы икәүһе - Илонаныҡы.
Фотолар ҡыҙҙарҙың шәхси архивтарынан алынды.
Читайте нас