+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
ОБЩЕСТВО
8 Мая 2021, 15:00

Һалдаттар "Үлемһеҙ полк"ка баҫа

Еңеү байрамы яҡынлаша. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Пандемия сәбәпле Еңеү көнөнә арналған саралар онлайн-форматта уҙа. Һеҙҙең иғтибарға байрам уңайынан районыбыҙҙа "Үлемһеҙ полк"ка баҫҡан батыр һалдаттарыбыҙ тураһында иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ. Тәүге хикәйәбеҙ - Бик-Ҡарамалы ауылынан Кәбиров Мәүлет Сабир улы тураһында.

Мәскәү өсөн алыш - Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес мәле.
1944 йылдың 1 майында "Мәскәүҙе обороналаған өсөн" миҙалы булдырыла. Бик-Ҡарамалы ауылында ла был миҙалға лайыҡ булыусы бар. Ул - Кәбиров Мәүлет Сабир улы.
1918 йылда Бик-Ҡарамалы ауылында тыуа. 1939 йылдың сентябрендә Көйөргәҙе районынан әрмегә саҡырыла. Тыуған яҡтарына ҡайтып тормай, тура фронтҡа китә.
Махсус тәғәйенләштәге рота командиры була.
Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1954) ордендары, "Мәскәүҙе обороналаған өсөн" (1944), "Германияны еңгән өсөн" (1945), "Японияны еңгән өсөн" (1945), "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" (1950) миҙалдары менән наградлана.
Бүләкләү ҡағыҙынан: "Махсус тәғәйенләштәге 8-се айырым инженер бригадаһының 13-сө электротехник батальоны ротаһы командиры Кәбиров Мәүлет Сабир улын немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн наградаға тәҡдим итергә".
Һуғыштан һуң әрмелә хеҙмәтен дауам итә. Уны 1960 йылда майор званиеһында тамамлай. 1970 йылдың 28 мартында вафат була.
Бөгөн иһә башҡа ветерандар менән бер рәттән "Үлемһеҙ полк"ка баҫа!
Фотолар һәм материалдар "БИК-КАРАМАЛЫ белән БАХЧА. Тарих язабыз" төркөмөнән алынды.
Читайте нас