+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
ОБЩЕСТВО
8 Мая 2021, 16:30

"Үлемһеҙ полк" һалдаттары

Еңеү байрамы яҡынлаша. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Пандемия сәбәпле Еңеү көнөнә арналған саралар онлайн-форматта уҙа. Һеҙҙең иғтибарға байрам уңайынан районыбыҙҙа "Үлемһеҙ полк"ка баҫҡан батыр һалдаттарыбыҙ тураһында иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ.Һүҙебеҙ - Дүртөйлө ауылынан Сәйетғәлин Хөснөтдин Сәйфелмөлөк улы тураһында.

СӘЙЕТҒӘЛИН ХӨСНӨТДИН СӘЙФЕЛМӨЛӨК УЛЫ 1924 йылдың март айында донъяға килә. Бәләкәйҙән таҙа, көслө егет була. Һуғышҡа тиклем үк шофер һөнәрен үҙләштереп өлгөрә. 1942 йылда, Ватан саҡырыуы буйынса, киң күкрәкле, Димде арҡылы-буй йөҙөп үҫкән егетте Алыҫ Көнсығышҡа, Амур йылғаһына моряк итеп алалар. Уҡыуҙар, өйрәнеүҙәр, илебеҙҙең көнсығыш сиген һаҡлау...
Артабан Ҡара диңгеҙгә күсерәләр. Диңгеҙҙең тын тороуына, штормдар ваҡытында тулҡындар сәсрәтеүенә ҡарамай сая егеттәр, үҙҙәренең катерҙары менән миналар зарарһыҙландырып йөрөй. һыу аҫтындағы минаны күреп, табып, уны юҡ итеү өсөн күпме көс һәм таҫыллыҡ кәрәк! Ә миналар күп : үҙебеҙҙеке лә, дошмандыҡы ла. Һыу аҫты миналарына эләгеп күпме һалдат ғүмере өҙөлә! Шул хеҙмәттән Хөснөтдин Сәйфелмөлөк улы 1950 йылда ғына демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайта. Уның батырлыҡтары онотолмай: ул икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм "Адмирал Ушаков" миҙалы менән наградлана.
Яугир һалдат тыныс тормошта ла үҙен фронттағыса тота. Тәүҙә тракторсы булып колхоз баҫыуҙарында тир түгә, һуңынан, белгестәр етешмәгәс, уҡып ҡайта һәм фермала мал врачы булып эшләй.
Читайте нас