ӘХМӘТОВА ТАТЬЯНА ИВАНОВНА 1922 йылдың 25 апрелендә Тамбов өлкәһендә донъяға килә. 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ике айлыҡ ПВО курстарын тамамлай һәм фронтҡа китә. Тәүҙә зенит батареяһы составында телефонист, разведчик була. 1943 йылдың декабрендә уларҙы Киевҡа күсерәләр, Дарница ҡалаһында Днепр аша һалынған күперҙе һаҡлайҙар. 1944 йылда уларҙың батальоны Львов йүнәлешендәге тимер юл күперҙәрен һаҡлай: Татьяна 3 фашист самолетын бәреп төшөрә. Фронтта ул "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградлана. Фронтта ҡан ҡойош ҡына түгел, һөйөү ҙә йәнәш йәшәй, Татьяна үҙенең мөхәббәте Хәжиәхмәтте осрата, йәштәр ғүмерҙәрен бергә бәйләй. Һуғыштан һуң улар иренең тыуған яғы Дүртөйлө ауылына ҡайтып төпләнә.