ОБЩЕСТВО
13 Мая 2021, 08:50

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын, дуҫтар!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, райондаштар!Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, барыбыҙға ла йән тыныслығы, көс-дәрт һәм илһам өҫтәһен. Йорттарығыҙға йылылыҡ, бәхет һәм иман нуры килтерһен! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм изгелектәр теләйбеҙ! Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!Дәүләкән мәсетендә Ураҙа ғәйетенең нисек уҙыуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙелеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә бик яҡын, сөнки был айҙа һәр кемебеҙ тик яҡшылыҡтар эшләргә, ялған һөйләүҙән, бер-беребеҙҙе йәберләүҙән тыйылырға тырыштыҡ.
Кисә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы тамамланды. Бөгөн -- 13 майҙа (1 шәүүәл), Ураҙа байрамы билдәләнә.
Ошо уңайҙан Дәүләкән ҡалаһы мәсетендә Ураҙа ғәйете -- Ғид-әл-Фитр ойошторолдо. Бында һәр ваҡыттағыса бөгөн дә кеше күп булды. Иртәнән үк мәсеттә йәнлелек һиҙелде. Байрам намаҙы күтәренке рухта үтте. Намаҙға тиклем халыҡ дини вәғәздәр тыңланы, бер-береһе менән аралашты. Иртәнге сәғәт 9-ҙа Дәүләкән мәсетенең имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин Ғәйет намаҙын уҡыны, унан һуң байрам тәҡбирен башланы. Тәҡбирҙе Амур хәҙрәт Юнысов тамамлап ҡуйҙы. Байрам намаҙынан һуң вәғәздәр уҡылды. Фәһемле, бай йөкмәткеле, күләмле вәғәздәр бөтәһенә лә оҡшаны. Артабан, сәғәт 12-лә бөтәһе өсөн байрам табыны ойошторолдо. Мөхәммәтғәли Назаров табынға хуш еҫле былау бешерҙе. Уны байрамға килгән 200-ләп кеше ауыҙ итте.
Көн дауамында мәсеткә килеүселәр һаны кәмемәй.

Читайте нас