+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
ОБЩЕСТВО
15 Мая 2021, 14:05

Пар ҡанаттары талмаһын…

Бөгөн бар донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.Ошо байрам уңайынан беҙгә Айыухан ауылында йәшәүсе Марат Кәли улы һәм Әнисә Хәмит ҡыҙы Ғәлиуллиндарҙың балаларынан хат килде. Улар ҡәҙерлеләренә күңелдәрендә йөрөткән иң йылы һүҙҙәрен, иң наҙлы хистәрен еткерергә тырышҡан.Оҙаҡ йылдар татыу тормош итеүсе ғаилә тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

«Бер ҡараһаң, беҙҙең ғаилә райондағы башҡа ғаиләләрҙән бер ни менән дә айырылмай тиерлек, - тип башлаған үҙенең хат юлдарын Раушания Марат ҡыҙы, - ундай ғаиләләр әйләнә-тирәлә бик күп, әммә беҙҙең өсөн атай-әсәйебеҙҙән дә ҡәҙерлерәк, уларҙан да татыуыраҡ пар донъяла юҡ! Ғүмеребеҙ буйына улар беҙгә өлгө булып тора.
Атайыбыҙ Марат Кәли улы һәм әсәйебеҙ Әнисә Хәмит ҡыҙы оҙаҡламай бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын билдәләйәсәк. «Оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүҙәренең сере – намыҫлы хеҙмәт һәм бер-береңде аңлап йәшәү»,- тиҙәр улар.
Атайыбыҙ 1941 йылдың 8 июлендә - Айыухан ауылында, әсәйебеҙ 1944 йылдың 8 февралендә Суйынсы ауылында тыуған. Икеһе лә күп балалы ғаиләнән. Йәшлектәре һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Марат Кәли улының атаһына һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Шуға 10 йәшенән үк хеҙмәт юлын башлай, аттар менән баҫыуҙарҙан иген ташый ул, сөнки ғаиләләренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алырға тура килә уға. 1962 йылда АПТУ тамамлап, тыуған «Путь Ильича» колхозында механизатор булып китә. Ә 1967 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнсе 35 йыл водитель булып хеҙмәт һала. 2001 йылда 40 йылдан ашыу стаж менән пенсияға сыға. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп дипломдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән, хеҙмәт ветераны.
Әсәйебеҙ Әнисә Хәмит ҡыҙы ла бәләкәйҙән эш һөйөүсән, тырыш булып үҫә. Ата-әсәһе колхоз эшенә йөрөгәндә йорттағы бөтә мәшәҡәттәр, туғандарын тәрбиәләү уның иңенә ята. Мәктәпте тамамлағас та, колхозда һауынсы булып эш башлай. Хеҙмәт һалған йылдарында алдынғылыҡты бирмәй ул. Уның да бихисап почет грамоталары, дипломдары бар, шулай уҡ 40 йыл эш стажы булған хеҙмәт ветераны.
1966 йылдың 2 июлендә улар гөрләтеп комсомол туйы уҙғара. Артабан йорт һалалар, үҙҙәренең хужалыҡтарын булдыралар. Бер-бер артлы дүрт ҡыҙҙары тыуа. Уңған атай-әсәйем эш һөйөүсәнлек, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмау, кешеләргә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы беҙҙә лә кескәй сағыбыҙҙан уҡ тәрбиәләне. Бөтәбеҙгә лә яҡшы белем алырға ярҙам иттеләр, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер инде һәр ҡайһыбыҙҙың да ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ бар. Ҡыҙҙары Раушания ғаиләһе менән - ауылда, Миләүшә – Өфөлә, Гөлнара - Дәүләкән ҡалаһында йәшәй, ә төпсөктәре Әлфинә – Мәскәү ҡалаһында табип.
Бөгөнгө көндә Марат һәм Әнисә Ғәлиуллиндар бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бәләкәйҙән эшләп үҫкәнлектән, әле лә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар: баҡса үҫтерәләр, мал-тыуар, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Атай-әсәйебеҙ беҙҙең менән ғорурланып, һәр ҡайһыбыҙҙың уңышына ҡыуанып йәшәй. Өс ейәндәре һәм өс ейәнсәрҙәре – уларҙың оло шатлыҡтары. Олатай менән өләсәй ейәндәрен төрлө тәмлекәстәр әҙерләп, һағынып көтөп ала.
Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, атай-әсәйебеҙгә беҙҙе яҡты донъяға тыуҙырғандары һәм яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уҙған йылдар ҡәҙерләләребеҙҙең йөҙҙәрен һырҙар менән семәрләһә лә, сикәләрен көмөш төҫкә мансыһа ла, улар беҙҙең өсөн элеккесә йәш, матур, көләс һәм мөләйем булып ҡала!»
Раушания Зарипова, Айыухан ауылы.
Читайте нас