+30 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
СПОРТ
9 Февраля 2025, 11:05

Ҡәҙерле атаһының юлынан киткән

Рәсәй чемпионының шахмат менән мауығыуы балалар баҡсаһынан башланып, бөгөнгәсә дауам итә

Ҡәҙерле атаһының юлынан киткәнҠәҙерле атаһының юлынан киткән
Ҡәҙерле атаһының юлынан киткән

Шахмат – нигеҙҙә, һан менән түгел, ә аҡыл менән еңеү яуларға мөмкин булған бик үҙенсәлекле спорт төрө. Мәҡәлә геройы Линат Шәйәхмәтов - шахматты үҙ иткән, яҙмыш һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаған спортсы.  «Башҡортостан» гәзите сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, ул спорттың был төрөндә үҙ көсөн бынан 17-18 йыл элек һынап ҡарай башлай. Әйтергә кәрәк, Линаттың атаһы Илдар ҙа шахмат буйынса Рәсәй кимәлендәге бик күп ярыштарҙа ҡатнашҡан.

Уҙған йылда Өфө спортсыһы Линат Шәйәхмәтов Алгуштала шахмат буйынса һаңғырауҙар араһында уҙғарылған ярыштарҙа блиц буйынса Рәсәй чемпионы исемен яулағайны. Ул «блиц» дисциплинаһында 11 тур буйынса беренсе урынға сыҡты  һәм республикабыҙ данын лайыҡлы яҡланы. 2017 йылда ла Линат блиц буйынса Рәсәй чемпионы булғайны. 2018 йылда «Рәсәйҙең һаңғырауҙар (шахмат) спорты буйынса атҡаҙанған мастеры» исемен яҡланы.  

«Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында Шәйәхмәтовтар аталы-уллы бергә сығыш яһай. Был ярыштарҙа 33 йәшлек Линат һәм 66 йәшлек атаһы Илдар икеһе лә ҡатнаша. Линаттың шахмат менән мауығыуы бәләкәй сағынан, ул балалар баҡсаһында шахмат һындары төшөрөлгән китап табып алғандан һуң башланған, егет был шөғөлөнә бөгөнгө көнгәсә тоғро ҡала. Беренсе тренеры булған атаһы улын  өс тапҡыр Рәсәй чемпионы булырлыҡ спортсы итеп тәрбиәләй алған. . Әлеге спартакиадала ла яҡташыбыҙ уңышлы сығыш яһар, тип ышанабыҙ. Атаһы менән улының спортта ла, тормошта ла бер-береһенә терәк булыуы уларға ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас