+28 °С
Облачно
АнтитеррорДзенВКТелеграмОК
Новости
3 Мая 2021, 17:00

Ҡояш көнө менән!

3 май - Бөтә донъя Ҡояш көнө. Ошо уңайҙан район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары мәҙәни саралар ойошторған.

3 май - Бөтә донъя Ҡояш көнө. Ошо уңайҙан район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары мәҙәни саралар ойошторған.

Буранғол ауылында иртәнән кескәйҙәр урындағы клубҡа йыйылған. Улар бергәләшеп йылмайып нурҙар сәскән ҡояштар эшләгән. Һәр кем уны күңелендә ниндәй итеп күрә, шундай итеп яһаған. Һуңынан кескәйҙәр ҡояштарын таяҡтарға беркетеп, ауылдаштарына таратып сыҡҡан. Ошондай бәләкәй генә иғтибарҙан да бөтәһенең йөҙөн йылмайыу биҙәгән.
Бындай саралар шулай уҡ Алға, Сергиополь ауылдарында ла үткән.

Тәҙрәләргә нурҙар һирпеп,
Ҡыҙарып таңдар ата.
Ҡулыма ҡояш алам да,
Нурын һеҙгә таратам.
Йөҙөгөҙҙө ҡуйығыҙ ҙа,
Йылмайығыҙ ҡояшҡа.
Яланда үҫкән сәскәгә,
Йәшәп туймаҫ тормошҡа.
Ямғыр яуһа, ҡайғырмағыҙ,
Унан һуң йәйғор ҡалҡа.
Йыһан бәхеткә тулышып,
Сағыу нурҙар тарата.
Уларҙы һеҙ алығыҙ ҙа,
Таратығыҙ дуҫтарға
Йылмайыуҙан нурҙар артһын,
Бәхет тулһын йыһанға.
Читайте нас