Новости
4 Мая 2021, 08:20

Тауыш биреүҙә алдынғылыҡҡа сығыусы бар

Төҙөкләндереү проекттарының береһе (уны һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ) 83 тауыш йыйған да инде. Был башҡа проекттарға бирелгән тауыштарҙан бер аҙға күберәк.

Төҙөкләндереү проекттарының береһе (уны һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ) 83 тауыш йыйған да инде. Был башҡа проекттарға бирелгән тауыштарҙан бер аҙға күберәк. Әммә уны ҡыуып етеп килгән тағы ике проект бар. Уларҙы za.gorodsreda.ru сайтында ҡарарға һәм 30 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң күп тауыш йыйған проект 2022 йылда ҡаланың үҙәк паркында төҙөләсәк.
Тауыш биреү бик еңел.
1. za.gorodsreda.ru сайтына инергә.
2. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫырға.
3. Дәүләкән районын эҙләп табырға.
Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһе менән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы өйрәнергә һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн
тауыш бирергә.
5. Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ).
Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был реаль кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕАЛЬ ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
Бөтәһенән дә күберәк тауыш йыйған объект паркта киләһе йылда барлыҡҡа киләсәк. Ҡалабыҙҙың йөҙө - беҙҙең ҡулдарҙа!
Читайте нас